Милли проекттар
1 Ғинуар 2025, 07:00

500-ҙән ашыу кеше яңы мөмкинлек алды

Яңы Ергәнгә - яңы һулыш.

500-ҙән ашыу кеше яңы мөмкинлек алды500-ҙән ашыу кеше яңы мөмкинлек алды
500-ҙән ашыу кеше яңы мөмкинлек алды

Ошо көндәрҙә Яңы Ергән ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды, тип хәбәр итә "Хәйбулла хәбәрҙәре".

Ул Хәйбулла районында һуңғы биш йылда төҙөлгән 13-сө фельдшер-акушерлыҡ пункты булып тора. Пункт һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау федераль программаһы сиктәрендә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты (нацпроект “Здравоохранение”) сиктәрендә төҙөлгән.

Фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов ҡатнашҡан. “Республикала һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереүгә айырым иғтибар бирелә”, - тип билдәләй ул.

Модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыуы 500-ҙән ашыу кешегә уңайлы һәм санитар нормаларға ярашлы шарттарҙа медицина ярҙамы алыу мөмкинлеген бирәсәк.

Фото: Ринат Иманғолов.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас