Яңы йыл алдынан Архангел районының Зәйет ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылған. Был хаҡта социаль селтәрҙә район хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин хәбәр иткән.
Фельдшер-акушерлыҡ пунктын төҙөү "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты (национальный проект “Здравоохранение”) сиктәрендә "Башҡортостан Республикаһының беренсел һаулыҡ һаҡлау звеноһын яңыртыу" төбәк программаһында ҡатнашыу арҡаһында мөмкин булған. Проект һаулыҡ һаҡлау инфраструктураһын яңыртыуға йүнәлтелгән, айырыуса ауылдар өсөн мөһим.
Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн кәрәкле бөтә уңайлы саралар менән йыһазландырылған. Ул хеҙмәтләндергән халыҡ һаны - 196.
Фотолар Архангел районы хакимиәте сайтынан алынды.