Милли проекттар
1 Ғинуар 2025, 09:30

“Беҙҙе ташлап китә күрмә инде”

"Ситтән килгәндәр беҙҙә тамырланмай ул", - тип һалҡыныраҡ ҡаршы алғайнылар...

“Беҙҙе ташлап китә күрмә инде”“Беҙҙе ташлап китә күрмә инде”
“Беҙҙе ташлап китә күрмә инде”

Фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире Наталья Неволина биш йыл инде Балаҡатай районының Шәкәрле ауылында эшләй. Һуңғы айҙарҙа иһә уңайлы шарттарҙа: яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты бинаһы барлыҡ заманса стандарттарға яуап бирә.

Наталья Неволина Шәкәрлегә "Ауыл фельдшеры" программаһы буйынса килгән. Бында 300 кеше йәшәй. Ул саҡта уҡ, биш йыл элек, уға, ауылда яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөләсәк, тип вәғәҙә итәләр.

- Хыялым тормошҡа ашты, - ти белгес. - Хәҙер бында һыу бар, канализация үткәрелгән. Мин "социаль хеҙмәткәр" йүнәлеше буйынса юғары белем алдым, ә урта профессиональ белемем — фельдшер. Күп яҡлы белем миңә урындағы халыҡ менән эшләүҙә ҙур ярҙам, сөнки ауылдарҙа медицина пунктына кешеләр медицина ярҙамы алыу өсөн генә түгел, ә яҡшы һүҙ ишетеү, психологик ярҙам алыу өсөн дә килә.

Наталья Неволина күп йылдар район үҙәгендә, спорт мәктәбендә эшләгән. Ауылға күсергә тәҡдим булғас, ризалашҡан. Әммә уны бында бик һаҡ ҡабул иткәндәр.

- Миңә: "Сит кешеләр бында тамырланмай", — тинеләр, - тип йылмайып иҫенә төшөрә Наталья Аркадьевна. - Әммә биш йыл үтте, үҙ эшеңде яратып башҡарҙым, китергә лә мөмкин. Тик көн һайын шуны ишетәм: “Наташа, һин беҙҙе ташлап китә күрмә, ҡал". Хәҙер ҡайҙа китәйем — барыһы ла туғандарым кеүек. Хатта клубҡа бергә йөрөйбөҙ, үҙешмәкәрлек менән шөғөлләнәбеҙ. Элек эш урынында ҡыш көнө быймала ултырҙым — бик һыуыҡ ине. Яңы тыуған сабыйҙарҙың биләүен асыр алдынан өҫтәлде мейескә яҡыныраҡ күсерә инек. Өлкәндәр ҙә һалҡында сисенеп процедура үтергә ҡыйынһыныр ине. Ә хәҙер мин еңел аяҡ кейемендә пациенттарҙы ҡабул итә алам.

Балаҡатай районында һуңғы йылдарҙа "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты (национальный проект “Здравоохранение”) буйынса алты модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты сафҡа индерелгән, сиратта - тағы өсәү.

Р. Назаров фотоһы.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас