Яңауылда балалар сәнғәт мәктәбен уҡытыусы Гүзәлиә Кашапова 2023 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң ремонтлағандар.
Был хаҡта Республикаға идара итеү үҙәгенән хәбәр итәләр. Учреждение уҡыусыларҙы ҡышҡы каникулдарҙан һуң ҡабул итәсәге билдәле, ә 2024 йылдың аҙағында уны техник асыу тантанаһы үткән.
Мәктәпте яңыртыуға федераль һәм төбәк ҡаҙнаһынан 46 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.
"Бинаның ҡыйығын һәм янғын сигнализацияһын алмаштырҙылар, фасадты, концерт залын, уҡыу кабинеттарын, иҫке инженер селтәрҙәрен ремонтланылар, шулай уҡ эргә-тирәләге биләмәне төҙөкләндерҙеләр", – тип аңлатма бирҙеләр Республикаға идара итеү үҙәгендә.
Капиталь ремонт "Мәҙәниәт" милли проектының (нацпроект "Культура") "Мәҙәни мөхит" федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған.
Фото Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығынан.