Милли проекттар
2 Ғинуар 2025, 04:00

“Атай, әсәй, ағай һәм мин – ГТО ғаиләһе!”

Ҡариҙелдә спорт фестивале үткән.

“Атай, әсәй, ағай һәм мин – ГТО ғаиләһе!”“Атай, әсәй, ағай һәм мин – ГТО ғаиләһе!”
“Атай, әсәй, ағай һәм мин – ГТО ғаиләһе!”

Ҡариҙел районы үҙәге Ҡариҙел ауылындағы “Олимпиясы” спорт-һауыҡтырыу комплексында Рәсәйҙәге Ғаилә йылына арналған "Атай, әсәй, ағай һәм мин – ГТО ғаиләһе” бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексының (ГТО) ғаилә спорт фестивале үткән.

Был турала республика Спорт министрлығы хәбәр итә. Сара Башҡортостанда "Демография" милли проектының (нацпроект "Демография”) "Спорт – тормош нормаһы" федераль проектын тормошҡа ашырыу сараларына ярашлы ойошторолған.

Фестивалдә Ҡариҙел районының алты ғаилә командаһы ҡатнашҡан, улар ГТО-ның алты нормативын үтәүҙә көс һынашҡан.

Шуныһын хәтергә төшөрәбеҙ: милли проекттар 2019 йылдан башлап Рәсәй Президенты В.В. Путин указы буйынса тормошҡа ашырыла. 

Сығанаҡ: vk.com/public222373111

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас