Өфө вуз-ара кампусында "Был минең донъя: биләмәләр, телдәр, мәҙәниәттәр тотороҡло үҫештә" тип аталған халыҡ-ара форум уҙған.
Ул "Фән һәм университеттар" милли проектына (национальный проект “Наука и университеты”) ярашлы ойошторолған. Бында телдәрҙе, мәҙәниәттәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләре буйынса фекер алышыу өсөн Рәсәйҙән, сит илдәрҙән эксперттар йыйылған. Улар араһында Иран, Малайзия белгестәре, шулай уҡ тәбиғәт объекттары, парктар, ҡурсаулыҡ вәкилдәре булған. Бынан тыш, беҙҙәге ЮНЕСКО мәктәптәре уҡытыусылары ла ҡатнашҡан. Форумдың маҡсаты – биләмәләрҙе, телдәрҙе, мәҙәниәтте үҫтереү тәжрибәһе менән алмашыу өсөн халыҡ-ара майҙансыҡ булдырыу.
Форумдағы эш араһында Ҡ. Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернаты уҡыусылары йәш ғалимдарҙың портреттарын төшөргән. Шулай уҡ Ҡытай каллиграфияһы буйынса оҫталыҡ һабаҡтары үткәрелгән. Сарала ҡатнашыусылар Торатау тураһында “Боронғолоҡтан хәҙергегә тиклем” виртуаль ысынбарлыҡта төшөрөлгән фильмын (VR-фильм) ҡараған, телдәргә, мәҙәниәткә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән инвестиция проекттары менән таныша алған.
Милли проекттар Рәсәй Президенты В.В. Путин башланғысы менән 2019 йылдан алып тормошҡа ашырыла.
Мәғлүмәт, фото: vk.com/kampusufa