Милли проекттар
3 Ғинуар 2025, 11:45

План 124 процентҡа үтәлгән

Республика урмансылары үҙ питомниктарында һәм теплицаларында үҫтереү өсөн төрлө ағас тоҡомдары орлоҡтарын әҙерләй.

План 124 процентҡа үтәлгәнПлан 124 процентҡа үтәлгән
План 124 процентҡа үтәлгән

Йыл һайын башҡарылған эш “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проекты сиктәрендә алып барыла.

Мәҫәлән, 2024 йылда төбәктең урман хужалыҡтарында дүрт тонна самаһы төп урман барлыҡҡа килтереүсе тоҡом орлоҡтары, шул иҫәптән 2,5 тонна ҡарағай, 455 килограмм шыршы, 116 килограмм ҡарағас орлоғо һәм башҡалар әҙерләнгән. Һөҙөмтәлә ошо күрһәткес буйынса план 124 процентҡа үтәлгән.

– Яҙын орлоҡтар урман питомниктарында сәселәсәк, ә ике йылдан уларҙы урманды тергеҙеү саралары ваҡытында, шул иҫәптән “Хәтер баҡсаһы” һәм “Урманды һаҡлайыҡ” акциялары сиктәрендә файҙаланасаҡбыҙ, – тип билдәләне республиканың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.

Әйткәндәй, орлоҡ әҙерләү процесы бик күп ваҡытты һәм даими эшләүҙе талап итә. Орлоҡтар август-сентябрь айҙарында өлгөрә, шунан һуң тубырсыҡтарҙы йыйыу башлана. Йыйылған уңышты киптереү камераларына һалалар һәм арбанан уларҙан орлоҡтар алына. Алынған материалдың партияһын мотлаҡ шытып сығыуға һынап ҡарайҙар һәм сифат класын билдәләйҙәр. Сәселгәнгә тиклем орлоҡтар махсус шарттарҙа һаҡлана.

Билдәле булыуынса, “Экология”  (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: pravitelstvorb.ru

 

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас