Милли проекттар
6 Ғинуар 2025, 02:30

Был аҡса кемдәргә бирелә?

Рәсәй Президенты ҡул ҡуйған Указға ярашлы стипендия күләме 25-тән 60 мең һумға тиклем тәшкил итәсәк. Ошо хаҡта тулыраҡ – түбәндәге яҙмала.

Был аҡса кемдәргә бирелә?Был аҡса кемдәргә бирелә?
Был аҡса кемдәргә бирелә?

Рәсәй Президенты Владимир Путин “Рәсәй Федерацияһының юғары спорт ҡаҙаныштарына өлгәшкән йәки уға булышлыҡ иткән граждандарға социаль ярҙам саралары тураһында”ғы Указға ҡул ҡуйған. Уға ярашлы, юғары спорт ҡаҙаныштарына өлгәшкән һәм быға булышлыҡ иткән граждандарға Президенттың махсус стипендияһы булдырыла. Уны дүрт мең кеше – Олипия, Паралимпия, Сурдлимпия уйындары чемпиондары һәм уларҙың тренерҙары аласаҡ. Быларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.

Стипендия күләме 25-тән 60 мең һумға тиклем тәшкил итәсәк һәм артабан индексацияланасаҡ. Был хаҡтағы документ хоҡуҡи мәғлүмәттәр интернет-порталында баҫылған.

Дүрт мең стипендияның 2250-һе Рәсәй һәм СССР йыйылма командалары составына ингән Олимпия уйындары чемпиондарына, 1992 йылғы Олимпеия уйындары һәм Олимпиада еңеүселәренә, халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй ярыштарының Олимпия уйындары төрҙәре призерҙарына тапшырыласаҡ. 375 стипендия Паралимпия һәм Сурдлимпия уйындары чемпиондарына биреләсәк, 400-ө Олимпия, Паралимпия, Сурдлимпия уйындары призерҙарына, тренерҙарына, тағы 200-ө “Дуҫлыҡ-84” ярыштары призерҙарына тәғәйенләнгән.

Олимпиада һәм Паралимпиада чемпиондары стипендияларҙы сикһеҙ ваҡыт аласаҡ. Халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй ярыштары чемпиондары, призерҙары, йыйылма командалар белгестәре өсөн стипендия бер йылға тәғәйенләнәсәк. Доппинг өсөн дисквалификациялау, һөҙөмтәләрҙе юҡҡа сығарыу осраҡтарында түләүҙәрҙе туҡтатасаҡтар.

"Башинформ" фотоһы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас