Милли проекттар
6 Января 2025, 06:30

Дүрт ҡыҙ ҙа ата-әсәһенең юлын дауам итә

Өфөнән Протасовтар ғаиләһе спорт чемпиондары тип танылды.

Дүрт ҡыҙ ҙа ата-әсәһенең юлын дауам итәДүрт ҡыҙ ҙа ата-әсәһенең юлын дауам итә
Дүрт ҡыҙ ҙа ата-әсәһенең юлын дауам итә

Өфөнән Протасовтар ғаиләһе Бөтә Рәсәй “Рәсәйҙең иң спорт ғаиләһе” конкурсының “Спорт чемпиондары” номинацияһында көмөш призер булды. Ғаилә башлығы Сергей Евгеньевич физик культура менән әүҙем шөғөлләнә, ә әсәһе Ольга Юрьевна саңғы уҙыштары буйынса I спорт разрядына эйә.

Протасовтарҙың 17 йәшлек игеҙәктәре Анна һәм Виктория спорт акробатикаһы буйынса республика ярыштарында күп тапҡыр еңеүсе, былтыр спорт мастерлығына кандидат исемен алған. Һигеҙ йәшлек Елизавета, өлкән апайҙарының өлгөһөнә эйәреп, улар менән бер спорт төрө менән шөғөлләнә, I өлкәндәр разрядын яҡлаған. Бәләкәй ҡыҙҙары Дарьяға ни бары 5 йәш, әммә спорт гимнастикаһында уға ҙур өмөттәр бағлайҙар.

Шулай итеп, былтыр йыл аҙағында Рәсәйҙең Спорт министрлығында “Рәсәйҙең иң спорт ғаиләһе” беренсе Бөтә Рәсәй конкурсына йомғаҡ яһалды. Конкурс Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Демография” милли проектының (национальный проект “Демография”) “Спорт - йәшәү нормаһы” федераль проектына ярашлы үткәрелә һәм ғаилә спорт йолаларын нығытыуға, сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыуға йүнәлтелгән.

Сығанаҡ, фото: Башҡортостандың Спорт министрлығы.

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас