Милли проекттар
6 Ғинуар 2025, 04:30

“Түбәтәй” менән “Ямурҙа ихатаһы”н көтәбеҙ

Балтас районында ике инвестиция проекты тормошҡа ашырыла

“Түбәтәй” менән “Ямурҙа ихатаһы”н көтәбеҙ“Түбәтәй” менән “Ямурҙа ихатаһы”н көтәбеҙ
“Түбәтәй” менән “Ямурҙа ихатаһы”н көтәбеҙ

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты (национальный проект “Туризм и индустрия гостеприимства”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, Балтас районында ике инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Ике эшҡыуар конкурс нигеҙендә күләме 16,8 миллион һум тәшкил иткән субсидия алған. Һөҙөмтәлә “Түбәтәй” һәм “Ямурҙа ихатаһы” тип исемләнгән проекттар тормошҡа ашырыласаҡ. Эшҡыуарҙар 36,6 миллион һум күләмендә үҙҙәренең дә аҡсаһын йәлеп иткән. Модулле йорттар туристарға тәбиғәтебеҙҙең үҙенсәлекле мөйөштәрендә уңайлы ял итеү мөмкинлеген бирәсәк.

Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ идустрияһы” милли проектының Башҡортостанда туризм инфраструктураһына йәлеп итеүе, эшҡыуарҙарға идеяларын тормошҡа ашырыу өсөн дәрт-көс биреүе хаҡында белдергән. 

“Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проектына ярашлы, 2023-2024 йылдарҙа финанслау саралары күләме 1,8 миллиард һум тәшкил иткән.

Сығанаҡ, фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас