Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Ғинуар , 15:15

Газ туплау станцияһы төҙөлөшөнөң инвестиция проекты хупланды

2025 йылдың ғинуарынан бөтәһе 20 милли проект ғәмәлгә индерелде. Шуларҙы береһе – «Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» яңы милли проекты. 

Газ туплау станцияһы төҙөлөшөнөң инвестиция проекты хупланды
Газ туплау станцияһы төҙөлөшөнөң инвестиция проекты хупланды

Башҡортостан Хөкүмәте Өфөлә автомобиль газ туплау станцияһы төҙөлөшөнөң инвестиция проектын башлап ебәреүсе «Газстройсервис» компанияһы менән инвестицияларҙы яҡлау һәм дәртләндереү тураһында килешеү төҙөнө. Бынан алда Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы оҙатыуында проект республиканың Өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индерелде. Бының өсөн инвестор 50 миллион һум йүнәлтергә ниәтләй.

- Был Үҫеш корпорацияһы оҙатыуында инвестор ғәмәлгә ашырған тәүге проект түгел. Бынан алда инвестор ошондай уҡ станцияны Благовещенда төҙөү өсөн дәүләт ярҙамы алды. Әле төҙөлөш бара. Яңы проект буйынса инициаторға һалым льготалары һәм ер участкаһы сауҙа үткәрмәйенсә ҡуртымға биреләсәк, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов.

Станцияның етештереү ҡеүәте 1200 кубометр самаһы тәшкил итәсәк һәм тирә-яҡ мөхиттең бысраныу кимәлен кәметергә, автоһәүәҫкәрҙәрҙең сығымдарын оптималләштерергә мөмкинлек бирәсәк, тип күҙаллана.

Белеүебеҙсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тәҡдименә ярашлы, быйылдан яҡындағы йылдарға Рәсәйҙең үҫешен билдәләйәсәк яңы милли проекттар эш башланы. Улар Рәсәй Президенты башланғысы буйынса 2019-2024 йылдарҙа ғәмәлдә булғандарҙы үҫтерә һәм тулыландыра. 2025 йылдың ғинуарынан бөтәһе 20 милли проект ғәмәлгә индерелде. Шуларҙы береһе – «Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» яңы милли проекты бизнес алып барыу өсөн уңайлы һәм тигеҙ мөмкинлектәр булдырыуға йүнәлтелгән. Тәбиғи монополияға ҡаршы хеҙмәтләндереүҙәр менән ҡулланыуҙың яңы ҡағиҙәләре раҫланасаҡ. Был дискриминация шарттарын булдырыуға юл ҡуймаҫҡа мөмкинлек бирәсәк.

Сығанаҡ: БР Хөкүмәте сайты.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: