Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Ғинуар , 13:15

“Киләсәккә билет” ҙур юлдар аса

2024 йылда «Киләсәккә билет» партнер мәктәптәре һаны 31 меңдән ашҡан. Уның ярҙамында биш йылда 90 меңдән ашыу педагог квалификацияһын күтәрә алды. Баланың ҡыҙыҡһыныуҙары һәм уның карьера үҫеше өсөн мөмкинлектәр тураһында яҡшыраҡ белергә ярҙам иткән ғаилә тестарын 120 меңдән ашыу ата-әсә үткән.

“Киләсәккә билет” ҙур юлдар аса
“Киләсәккә билет” ҙур юлдар аса

«Киләсәккә билет» – «Мәғариф» милли проектының төп һөнәри  проекттарының береһе. 2021 йылдан Гуманитар проекттар фонды уның операторы булып тора.

«Киләсәккә билет» һанлы платформаһында бөтәһе 4,2 миллиондан ашыу бала һәм үҫмер теркәлгән, ә 2021 йылдан проекттың һөнәри йүнәлеш биреү сараларына 6,1 миллиондан күберәк уҡыусы килгән.

2024 йылда «Киләсәккә билет» партнер мәктәптәре һаны 31 меңдән ашҡан. Уның ярҙамында биш йылда 90 меңдән ашыу педагог квалификацияһын күтәрә алды. Баланың ҡыҙыҡһыныуҙары һәм уның карьера үҫеше өсөн мөмкинлектәр тураһында яҡшыраҡ белергә ярҙам иткән ғаилә тестарын 120 меңдән ашыу уҡыусының ата-әсәһе үткән.

- «Мәғариф» милли проекты ярҙамында мәктәптәрҙә һөнәри йүнәлеш биреү эшен тормошҡа ашырыуҙа ярайһы уҡ алға китешкә өлгәштек. Бөгөн илебеҙҙә был эшкә урта һәм өлкән мәктәптең һәр уҡыусыһы йәлеп ителгән. Кесаҙна көндәрендә «Рәсәй – минең офоҡтарым» дәрестәре ойошторола, унда балаларға иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында Рәсәйҙең яңы һөнәрҙәре һәм ҡаҙаныштары тураһында һөйләйҙәр. Уҡыусылар предприятиеларға, алдынғы ватан компанияларына бара һәм уларҙың карьера мөмкинлектәре менән таныша. Быйылғы уҡыу йылында 630 мең самаһы уҡыусы предприятиеларға экскурсияға барҙы, ә бер миллиондан ашыу бала оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты. Профориентацияның төп бурысы – уҡыусыларға кем була алыуын, уларҙың илебеҙгә нисек файҙа килтерә алыуын аңлатыу, - тине РФ мәғариф министры Сергей Кравцов.

«Мәғариф» милли проекты тамамланғандан һуң Рәсәйҙә дәүләт һөнәри йүнәлеш программаһы «Йәштәр һәм балалар» милли проекты сиктәрендә үҫешен дауам итәсәк.

Сығанаҡ: БР Мәғариф һәм фән министрлығы.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: