“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы (национальный проект “Жилье и городская среда”), һуңғы биш йыл эсендә республикала 683 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән. Был турала төбәктең Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы хәбәр итә.
2024 йылда ғына 123 биләмә тәртипкә килтерелгән. Былтыр тормошҡа ашырылған ҙур проекттар рәтендә Өфөнөң Совет районындағы Урмансылар паркы бар. Унда спорт зонаһы ҙур реконструкция кисерҙе: волейбол, баскетбол майҙансыҡтары, мини футбол яланы, ҙур футбол майҙаны, спорт тренажерҙары зонаһы, көйәрмәндәр өсөн трибуналар барлыҡҡа килде. Паркта балалар өсөн заманса зона, алты километрҙан ашыу вело-йәйәүлеләр юлын да булдырҙылар.
Октябрьский ҡалаһында Еңеү паркы, Асҡында Йылғы яры буйы яңы төҫ алды. Краснокама районының Николо-Березовка ауылында Бөйөк Ватан һуғышындағы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан Хәтер стенаһы барлыҡҡа килде, стела яңыртылды.
“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының маҡсаты – ҡалала уңайлылыҡты күтәреү. 2025 йылдан Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары менән Рәсәйҙә яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.
Автор фотоһы.