Былтыр Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се ҡала клиник дауаханаһының ангиографында өс меңгә яҡын процедура уҙғарылған. Был ҡоролма “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы (национальный проект “Здравоохранение”) алынды, тип хәбәр итә ҡала хакимиәте.
2024 йыл башынан төбәк ҡан тамырҙары үҙәгенең диагностика һәм дауалау рентгенхирургия ысулдары бүлеге яңы ангиографта 591 дауалау процедураһын һәм 2154 диагностика тикшереүҙәрен үткәргән.
- Ангиограф системаһы йөрәк-ҡан тамырҙарын диагностикалау өсөн иң универсаль ҡарарҙарҙың береһе булып тора. Уны ҡатнаш тикшереүҙәрҙә лә, тар йүнәлешле процедураларҙа ла ҡулланырға мөмкин, - ти Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се клиник дауаханаһы баш табибы Илшат Яппаров.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының иғтибар үҙәгендә хеҙмәткә яраҡлы йәштәгеләр араһында үлемде кәметеү, медицина ойошмаларында кадрҙар дефицитын бөтөрөү, барлыҡ граждандарҙы профилактик тикшереүгә йәлеп итеү маҡсаты тора. Был милли проект буйынса эштәр 2019 - 2024 йылдарҙа алып барылды. 2025 йылдан Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән Рәсәйҙә яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.
Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.