Милли проекттар
13 Ғинуар 2025, 03:30

44 үҙәк асылды

Быйыл тағы ла ун бише эшләй башлаясаҡ, шул иҫәптән – ун модуль үҙәк.

44 үҙәк асылды44 үҙәк асылды
44 үҙәк асылды

 

Башҡортостанда былтырғы йыл аҙағында 44 заманса кадрҙар үҙәге асылды, быйыл тағы ла ун бише эшләй башлаясаҡ, шул иҫәптән – ун модуль үҙәк.

Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдары тарафынан раҫланған “Демография“  милли проектына (национальный проект “Демография“) ярашлы башҡарылды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: былтыр Башҡортостанда һәм Рәсәйҙең тағы ла 11 төбәгендә халыҡ мәшғүллеге үҙәктәрен яңыртыу буйынса комплекслы программа тормошҡа ашырыла башланы. Унан алдағы йылда ошондай уҡ сара 17 төбәктә башҡарылғайны.

“Беҙҙең республика – был проектта ҡатнашҡан иң ҙур төбәк. Республика мәшғүллек үҙәген дә иҫәпкә алғанда, беҙҙә халыҡты эш менән тәьмин итеүсе 69 ойошма бар. Уларҙағы хеҙмәткәрҙәр һаны мең кешенән аша”, – ти Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

Мәшғүллек үҙәктәрен яңыртыуға республика федераль ҡаҙнанан 426 миллион һум алды, бынан тыш төбәк бюджетынан 337 миллион һум бүленде.

“Башинформ” фотоһы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас