Архангел районының Зәйет ауылында, ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.
Яңы медицина пункты халыҡҡа сифатлы тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған.Фельдшер, процедура, ҡабул итеү кабинеттары, дарыуҙар һаҡлау өсөн махсус бүлмә булдырылған.Өлкәндәр һәм аҙ хәрәкәтләнеүсе граждандар өсөн пандус ҡуйылған. Бында 196 кеше хеҙмәтләндереләсәк.
Быға тиклем райондың Муллаҡай ауылында яңы ФАП асылғайны. 337 кеше медицина пунктында тәүге медицина ярҙамын ала. 2025 йылда республикала тағы ла 135 модулле медицина пункттары асыласаҡ.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
Фото:https://www.bashinform.ru/news/social/2024-12-28/v-bashkirii-otkryli-novyy-fap-v-zaitovo-4071247