Милли проекттар
14 Ғинуар 2025, 02:30

Балалар уйнап ҡыуанды

Учалы районы уҡыусылары өсөн “Ҡышҡы әкиәт станциялары буйлап” тигән яңы йыл уйыны үткәрелде. 

Балалар уйнап ҡыуандыБалалар уйнап ҡыуанды
Балалар уйнап ҡыуанды

Учалы районының Үҙәк район моделле китапханаһында “Ҡышҡы әкиәт станциялары буйлап” Яңы йыл уйыны үтте. Уҡыусылар өсөн сара "Ғаилә" милли проекты (национальный проект “Семья”) маҡсаттарына ярашлы ойошторолдо. Ул ил Президенты Владимир Путиндың яңы указы буйынса тормошҡа ашырыла.

Үҙҙәренең сәйәхәтен ҡатнашыусылар “Ҡар королеваһы” станцияһында башланы, унда балалар, "мәңгелек" тигән һүҙҙе төҙөр өсөн, ватыҡ көҙгө ярсыҡтарын йыйырға тейеш ине. Артабан балалар “Щелкунчик” станцияһына юл тотто, унда уларҙы мәкерле Сысҡан короле менән көрәш көтә ине. Үҙҙәренең зирәклеген һәм етеҙлеген күрһәтеп, улар еңеүгә яҡынлашҡан ҡатмарлы йомаҡтар һәм башватҡыстарҙы систе.

Киләһе станция – “Морозко”. Инер алдынан балалар ҙур булмаған ҡаршылыҡты - көрттө юҡ итергә тейеш ине. Әммә был эш кенә түгел, ә мауыҡтырғыс уйын булды. Көрт ябай түгел, ә бик күп "ҡар төйөрсөктәренән" тора ине.

Күңелле уйындарҙан һуң балалар “Тылсымлы урман” станцияһына юл тотто, унда уларҙы шыршы әүәләү буйынса оҫталыҡ дәресе көтә ине. Шыршыларҙы мөмкин тиклем матурыраҡ һәм ипләберәк яһарға тырышып, балалар эшкә ҙур теләк менән тотондо. “Боҙло принцесса” станцияһы квестың һуңғы һынауы булды. Иң тәүҙә ҡатнашыусылар станцияның төрлө мөйөштәрендә йәшерелгән махсус эликсирҙы булдырыу өсөн кәрәкле тылсымлы ингредиенттар йыйҙы. Уларҙы табыр өсөн иғтибарлы булырға кәрәк булған.

Бөтә компоненттарҙы табып, ҡатнашыусылар тылсымлы эликсир эшләүгә тотондо. Ул сағыу һәм балҡыу килеп сыҡты. Квестың һуңғы станцияһы, бөтә ҡатнашыусыларҙа ла бындай мөһим һәм изге эште тамамлай алыуҙарына шатлыҡ тойғоһо ҡалдырып тамамланды.

Фото: Учалы районы хакимиәте. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас