Милли проекттар
14 Ғинуар 2025, 05:30

Башҡортостан алдынғылыҡты биләй

Экспорт стандарттары ғәмәлгә уңышлы индерелә.  

Башҡортостан алдынғылыҡты биләйБашҡортостан алдынғылыҡты биләй
Башҡортостан алдынғылыҡты биләй

 “Халыҡ-ара кооперция һәм экспорт” милли проектына ярашлы (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”)  тышҡы сауҙа эшмәкәрлеге өсөн уңайлы мөхит булдырыу буйынса былтыр Башҡортостан иң яҡшы төбәктәрҙең береһе тип танылды. Был турала республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы хәбәр итә.

-Төбәк экспорт стандартын ғәмәлгә индереүҙең былтырғы  һөҙөмтәһе буйынса Башҡортостан икенсе позицияны биләй. Волга буйы федераль округы буйынса республика пьедесталдың юғары баҫҡысына күтәрелде һәм беренсе урынды яуланы, - тине Башҡортостандың Тышҡы иҡтисад бәйләнештәр һәм һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Экспортерҙар ярҙамы менән төбәктә бер нисә программа тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, 2021 йылдан Башҡортостанда бизнес-шерифтарҙы уҡытыу алып барыла. Улар бизнес үҫешенә булышлыҡ итә. 2024 йылдан республикала урман һәм ауыл сәнәғәте комплексы, нефть газы, химия һәм еңел сәнәғәт предприятиелары өсөн “Экспорт форсажы” акселерация  программаһы тормошҡа ашырылды. Бынан тыш, Башҡортостан предприятиелары “Йыл экспорты” Бөтә Рәсәй премияһында еңеүҙәр яулай, призлы урындарға лайыҡ була.

2025 йылдан Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса Рәсәйҙә яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.

Фото:"Башҡортостан" ДТРК-һы. 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас