“Россельхознадзор”ҙың төбәк идаралығы хәбәр итеүенсә, 2024 йылдың 9 ғинуарынан алып 15 декабренә саҡлы иген эшкәртеү предприятиелары Ҡаҙағстанға, Ҡырғыҙстанға һәм Үзбәкстанға 2 110 тонна бойҙай һәм арыш кәбәге һатҡан. Был 2023 йылға ҡарағанда дүрт тапҡырға күберәк.
“Экспорт продукцияһы импортер илдәрҙең талаптарына тулыһынса яуап бирә. Тауарҙарға 63 экспорт фитосанитар сертификаты бирелде”, – тинеләр идаралыҡта.
Былтырғы 11 айҙа Башҡортостандың донъя баҙарына он һатыуы ла ике тапҡырға артҡан.
“Башинформ” фотоһы.