Өфөнөң Орджоникидзе, Уссури, Вологда һәм Суворов урамдары менән сикләнгән кварталында биләмәләрҙе комплекслы үҫтереүгә ярашлы өсөнсө күп ҡатлы йорт төҙөүгә рөхсәт алынды, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү – яңы “Тормош өсөн инфраструктура” (национальный проект "Инфраструктура для жизни") милли проектының төп йүнәлештәренең береһе.
Тәүге килешеү республикала 2023 йылдың башында төҙөлдө. Уға ярашлы былтыр беренсе ике күп ҡатлы йортто төҙөү башланды.
–Хәҙерге ваҡытта төҙөүселәр тарафынан беренсе 18 ҡатлы йорттоң 15 ҡаты күтәрелгән,– тип билдәләне республиканың төҙөлөш министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов. – Килешеүгә ярашлы, 3,5 мең квадрат метрлыҡ авария фондының 2,3 мең квадрат метрлыҡ майҙаны күсерелгән.
Биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү программаһына ярашлы күсереләсәк һәм һүтеләсәк алты күп ҡатлы йорт урынына 12, 18, 21 ҡатлы биш йорт төҙөләсәк. 39 мең квадрат метр майҙанды биләгән йорттарҙа 1320 кеше йәшәйәсәк. Майҙанды үҙләштереү осоро ете йыл тәшкил итә.Һөҙөмтәлә квартал тулыһынса яңыртыла, биләмә төҙөкләндерелә, шулай уҡ уйын һәм спорт зоналары барлыҡҡа киләсәк.
Исеменән үк күренеүенсә, “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект "Инфраструктура для жизни") Рәсәйҙәге торлаҡ фондының кәм тигәндә 20 процентын яңыртыуҙы, тәүге баҙарҙа унан файҙаланыу мөмкинлеген арттырыуҙы, авария хәлендәге йорттарҙан халыҡты күсереүҙе һәм коммуналь селтәрҙәрҙе яңыртыуҙы бурыс итеп ҡуя. Ошо милли проектҡа ярашлы булдырылған “Коммуналь инфраструктураны яңыртыу” федераль проекты 20 миллиондан ашыу кеше өсөн 2030 йылға тиклем торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк.
Был федераль проектҡа 4,5 триллион һум аҡса бүленәсәк. Йыл һайын коммуналь селтәрҙәрҙең 2,5 проценты яңыртыласаҡ. Мөһим маҡсаттарҙың береһе – граждандарҙың торлаҡ менән тәьмин ителешен бер кешегә 33 квадрат метрҙан да кәм булмаған кимәлгә еткереү һәм 2030 йылға тиклем ике меңдән ашыу эсәр һыу менән тәьмин итеү объекттары төҙөү һәм яңыртыу. Һис һүҙһеҙ, уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса эш өҙлөкһөҙ дауам итәсәк.