Милли проекттар
17 Ғинуар 2025, 08:30

Яңы техника алыу шатлыҡлы ваҡиға

Ғинуарҙың тәүге аҙнаһында ғына яңы автомобилдәрҙә илленән ашыу саҡырыу үтәлгән

Яңы техника алыу шатлыҡлы ваҡиғаЯңы техника алыу шатлыҡлы ваҡиға
Яңы техника алыу шатлыҡлы ваҡиға

Туймазы үҙәк район дауаханаһы автопаркын, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, дүрт Лада Гранта Лифтбек автомобиле тулыландырҙы. Хәҙер был милли проектты быйылдан башлап “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) дауам итәсәк. Ғинуарҙың тәүге аҙнаһында ғына автомобилдәрҙә илленән ашыу саҡырыу үтәлгән.

  Был заман талаптарына яуап биргән машиналар күп функциялы. Багаж бүлегенә йыйылмалы носилкаларҙы һалырға мөмкин.

– Яңы техника килеүенә һәр саҡ шатбыҙ. Был автомобилдәр участка табиптарына өйҙәге ауырыуҙар янына барырға, биологик материалдарҙы, препараттарҙы лабораторияларға ваҡытында илтергә ярҙам итә, – ти дауахананың баш табибы  Илдар Гәрәев.

2025 йыл башынан илебеҙҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса эш башлаған киң ҡоласлы яңы “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.

Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Ул һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға – өс меңдән ашыу һаулыҡ һаҡлау объектын төҙөүгә, ете меңдән ашыуын ремонтлауға, 54 мең берәмектән ашыу ҡорамал һәм транспорт сараһы алыуға, перинаталь үҙәктәрҙе йыһазландырыуға йүнәлтеләсәк. Әсәлекте, репродуктив сәләмәтлекте һаҡлау һәм ауылдарҙа ғүмер оҙайлығын арттырыу буйынса комплекслы программа тормошҡа ашырыласаҡ һәм был мөһим эшкә 2030 йылға тиклем бер триллион һум аҡса тотоноласаҡ.

 Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас