Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Ғинуар , 09:00

Чернышенко юғары баһаланы

Биш йылда 500 тирәһе спорт ҡоролмаһы сафҡа инде, 100-ләгән майҙансыҡ заманлаштырылды, 10 мең тирәһе белгес әҙерләнде.

Чернышенко юғары баһаланы
Чернышенко юғары баһаланы

Рәсәй вице-премьеры Дмитрий Чернышенко, ил Хөкүмәтендә “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проектына йомғаҡ яһап, Өфөләге ишкәкле слалом үҙәген айырым билдәләп үтте. “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проектын тормошҡа ашырған биш йылда 500 тирәһе спорт ҡоролмаһы сафҡа инде, 100-ләгән майҙансыҡ заманлаштырылды, 10 мең тирәһе белгес әҙерләнде. 23 миллиондан ашыу кеше Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса яңынан тергеҙелгән ГТО (“Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер”) хәрәкәтендә ҡатнаша. Уларҙың 14 миллионы нормативтарҙы уңышлы тормошҡа ашырған. Был – 2030 йылға маҡсатыбыҙҙы бойомға ашырыуҙа – Рәсәйҙең физкультура һәм спорт менән даими шөғөлләнеүсе  граждандары һанын 70 процентҡа еткереүҙә - мөһим аҙым. Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә лә спорт инфраструктураһы барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, Өфөлә ишкәкле слалом өсөн уникаль комплекс асылды”, - тине Дмитрий Чернышенко.

Әйткәндәй, былтыр 18 октябрҙә Европала аналогы булмаған ишкәкле слалом файҙаланыуға тапшырылды. Ул “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проектына ярашлы төҙөлгән. Төҙөлөш хаҡы 825,6 миллион һум тәшкил итә. Өҫтәүенә был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.

Сығанаҡ, фото: “Башинформ”.

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: