Рима Баталова – еңел атлетика буйынса 13 тапҡыр Паралимпия уйындары, 18 тапҡыр донъя, 43 тапҡыр Европа чемпионы. Ул алты тапҡыр рәттән Паралимпия уйындарында ҡатнашҡан. Өфөләге Спорт әҙерлеге үҙәге уның исемен йөрөтә.
Республикабыҙҙа ошондай спорт объекттарының төҙөлөп сафҡа инеүе Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.
Рима Аҡбирҙе ҡыҙын бүләкләү тантанаһы Рәсәй Дәүләт Думаһының Спорт буйынса комитеты кәңәшмәһендә үткәрелде. 2024 йыл һөҙөмтәләре буйынса Александр Никитин комитет ағзаларына һәм аппарат хеҙмәткәрҙәренә Рәсәйҙең спорт министрлығы наградаларын тапшырҙы.
Ошондай уҡ награда Дмитрий Свищев, Әмир Хәмитов, Антон Шипулин, Владислав Третьяк һәм Екатерина Селяметоваға тапшырылды, тип хәбәр итә Рәсәй Дәүләт Думаһының матбуғат хеҙмәте.
Сығанаҡ, фото: Рәсәй Дәүләт Думаһы.