Стәрлетамаҡ ҡалаһында яңы футбол комплексы барлыҡҡа киләсәк. Был хаҡта ҡала хакимиәтендә хәбәр иттеләр. Комплекс проекты “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡаралды.
- Проект махсуслаштырылған биналары булған футбол майҙанын төҙөүҙе күҙаллай. Был идея менән мөрәжәғәт итеүсегә Совет урамындағы биләмә тәҡдим ителде. Проект тикшереү үтә, - тип яҙылды Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Бынан тыш, инвесторҙар ҡалала спортсылар һәм килеүселәр өсөн туҡланыу урыны булған магазинлы яңы физкультура һәм һауыҡтырыу үҙәген төҙөүҙе тәҡдим итте. Ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов үҙенең урынбаҫары Айнур Юнысовҡа ер биләмәһен һайларға ҡушты. Был спорт объекттарының барлыҡҡа килеүе Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.
Әйткәндәй, республикабыҙ спорт ҡоролмалары һаны буйынса Рәсәйҙә лидерҙар иҫәбендә барлығы – 13,3 мең объект бар. Спорт ҡоролмалары һаны буйынса рейтингта, Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһенә ҡала, өсөнсө урындабыҙ. Һуңғы биш йылда ғына 1,4 мең урам майҙансығы, стадион, спорт залы, физкультура-һауыҡтырыу үҙәге һәм башҡалар сафҡа индерелде.
Сығанаҡ, фото: Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте.