Милли проекттар
20 Ғинуар 2025, 04:30

Арзан һәм матур әйберҙәр һата

Республика эшҡыуары маркетплейста магазинды үҫтереү өсөн льготалы займ алды.

Арзан һәм матур әйберҙәр һатаАрзан һәм матур әйберҙәр һата
Арзан һәм матур әйберҙәр һата

Ozon маркетплейсында яңы тыуған бәпестәр өсөн тауарҙар магазинын асҡан шәхси эшҡыуар Элина Ильясова Башҡортостан микрокредит компанияһынан 500 мең һум займ алған. Эшҡыуарҙарға ярҙам “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты (национальный проек "Эффективная и конкурентная экономика") буйынса тормошҡа ашырыла. Бынан алда ул үҙмәшғүл статусында ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән һәм 300 мең һум займ юллаған. Был средстволарға яңы тауар һатып алынған һәм продукция линейкаһы тулыландырылған.

– Башҡортостан микрокредит компанияһы биргән льготалы займдар үҙгәрештәргә яраҡлашырға һәм үҙҙәренең компанияларын үҫтерергә теләгән эшҡыуарҙар өсөн һөҙөмтәле инструмент булып тора. Был займдар технологияларҙы финансларға, инфраструктураны яңыртырға һәм онлайн-хеҙмәттәрҙе ғәмәлгә ашырырға мөмкинлек бирә, был ағымдағы иҡтисади трендтар күҙлегенән ҡарағанда айырыуса көнүҙәк, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.

Элина Ильясованың проектына бер йылдан ашыу ваҡыт – тәүге поставка 2023 йылдың ноябрендә бойомға ашырылған. Эшҡыуар тауарға 1 миллион һум самаһы аҡса һалған. Киләһе йылда ул инвестицияларҙы дауам итергә һәм ассортиментты киңәйтергә ниәтләй.

Эшҡыуарлыҡты башлау идеяһы Элинаға бала тыуыуға әҙерләнгән ваҡытта килеп тыуа.

– Өфө магазиндарында яңы тыуған сабыйҙар өсөн кейем эҙләгәндә һәм маркетплейстарҙа миңә оҡшағанды табыуы ҡыйын булды. Бала тыуғас, күңелемдә сабыйҙар өсөн уңайлы, матур һәм арзан кейем һатыу теләге тыуҙы. Билдәләп үтергә кәрәк, маркетплейстар платформаның үҙендә лә, тышҡы алға китеш сиктәрендә лә әйләнешкә һәм рекламаға күп аҡса һалыуҙы талап итә, - тине эшҡыуар.

Фото: Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы.

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас