Милли проекттар
21 Ғинуар 2025, 05:30

Балалар ҡаланы яңынан аса

Нефтекамала уҡыусылар өсөн ҡала буйлап экскурсиялар ойошторолдо. 

Балалар ҡаланы яңынан асаБалалар ҡаланы яңынан аса
Балалар ҡаланы яңынан аса

"Йәштәр һәм балалар" милли проекты (национальный проект "Молодежь и дети") һәм Башҡортостан Республикаһы Нефтекама ҡалаһының Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы менән Мәҙәни башланғыстар президент фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған "Ҡаланы бергәләп асабыҙ" проекты сиктәрендә урта мәктәп звеноһы өсөн ҡала буйлап төркөм экскурсиялары ойошторолдо. Экскурсияларҙың маршруты төрлө һәм ул уҡыусыларҙа әхлаҡи нормалар, рухи ориентирҙар һәм илһөйәрлек тәрбиәләүгә йүнәлтелгән.

Был юлы Нефтекама ҡалаһының 16-сы мәктәбенең 5-се класс уҡыусылары Үҫмерҙәр китапханаһы базаһында урынлашҡан Экскурсия үҙәгенә визит менән тамамланған Комсомол проспекты буйлап экскурсияға юлланды. Уҡыусылар процесҡа әүҙем ҡушылды: экскурсияла ҡатнашыусыларҙың һөйләгәндәрен иғтибар менән тыңланы, дискуссияларҙа ҡатнашты, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Бының ярҙамында балалар ҡаланың бай тарихы һәм уның төп иҫтәлекле урындары тураһында бик күп яңы факттар белде.

"Экскурсия үҙәгендә бишенселәргә Нефтекаманың тарихына һәм хәҙерге тормошона арналған китаптар күргәҙмәһе тәҡдим ителде. Бынан тыш, уҡыусылар ҡалалағы ҡайһы бер объекттарҙың өс үлсәмле моделдәре менән таныша һәм үҙ ҡалаһының мөһим учреждениелары тураһында ентекләберәк белә алды", - тип билдәләне экскурсовод Ирина Мөхәмәтйәрова.

Фото: Нефтекама ҡалаһы хакимиәте. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас