Башҡортостанда “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проекты сиктәрендә 21 километр юлда һәм һигеҙ күперҙә эштәрҙе дауам итәләр.
Башҡортостанда 2025 йылда дөйөм оҙонлоғо 21 километрҙан ашыу тәшкил иткән һигеҙ юл участкаһында һәм дөйөм оҙонлоғо 1056 метрлыҡ һигеҙ күперҙә эштәр “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) сиктәрендә дауам ителә.
Уларға капиталь ремонтты подряд ойошмалары “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты буйынса эшләй башланы. Шулай, эштәр Әбйәлил, Әлшәй, Асҡын, Белорет, Бөрө, Ҡариҙел, Краснокама, Күгәрсен, Миәкә, Салауат, Хәйбулла, Саҡмағош райондарында һәм Өфөлә башҡарыласаҡ.
– Был объекттарҙа ҙур күләмдәге эштәр башҡарыласаҡ, улар бер нисә этапҡа бүленгән. Уларҙың иң ҙурҙары: Шаҡша биҫтәһендә Өфө йылғаһы аша 440 метр оҙонлоҡтағы күпер, Аҡъяр - Яңы Черкасск автомобиль юлында Таналыҡ йылғаһы аша 130 погон метрлыҡ күпер, Салауат районында Малаяҙ – Үрге Ҡыйғы - Яңы Балаҡатай - Үңкерҙе трассаһында 157 метр оҙонлоҡтағы яһалма ҡоролма, Әбйәлил районында Стәрлетамаҡ - Белорет - Магнитогорск һәм Магнитогорск юлында дүрт километр юл, Саҡмағош районында Шаран – Яңы Балтас – Андреевка юлында 3,3 километр юл һәм башҡалар, – тине транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова.
Был объекттарҙа эштәр һауа шарттары яҡшырыу менән дауам ителәсәк.
Фото: транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.