Ҡытай Яңы йылы алдынан Ляонинь провинцияһының баш ҡалаһы Шэньян ҡалаһында Рәсәй экспорт үҙәге “Рәсәйҙә эшләнгән” фестиваль-йәрминкәһен ойоштора. Шэньян халҡы 120-нән ашыу етештереүсенең продукцияһын баһалай ала: аҙыҡ-түлек, эсемлектәр, косметика, сувенирҙар һәм халыҡ кәсебе тауарҙарын.
“Сауҙа хеҙмәттәшлегебеҙ потенциалын тормошҡа ашырыу өсөн Рәсәйҙең төрлө тауары менән тәьмин итергә әҙер булыуы тураһында Ҡытай ҡулланыусыларының һәм бизнесының белемен киңәйтеү зарур. “Рәсәйҙә эшләнгән” фестиваль-йәрминкәһе етештереүселәргә үҙ тауарына ихтыяжды баһалау, һатып алыусылар һәм уҙаҡташтар табыу, яңы баҙарҙа танылыуға тағы бер аҙым яһау өсөн майҙансыҡ бирә”, – тип билдәләне “Республика эксперт үҙәге”нең генераль директоры Вероника Никишина.
Башҡортостан етештереүселәре Ҡытай баҙарын әүҙем үҙләштерә. Тауарҙы сит илгә оҙатыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) ярҙамында арта.
Республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Булычева һүҙҙәренсә, Ҡытай менән тышҡы сауҙа әйләнеше Башҡортостандың дөйөм тауар әйләнеше күләменең дүрттән бер өлөшөн биләй. Ул был баҙарҙың бик киләсәкле булыуын билдәләй.
– Ит һәм балыҡ тауары, кондитер ризыҡтары, үҫемлек майы, косметика, көнкүреш химияһы һәм ашламалар менән тәьмин итеүгә айырыуса иғтибар бүлергә кәрәк. Был тауарҙар Ҡытай баҙарында иң кәрәклеһе булып тора, – тип билдәләне Маргарита Болычева.
Башҡортостан предприятиеларының Ҡытайға экспорты бөгөнгө көндә башлыса машиналар эшләү, аҙыҡ-түлек, химия сәнәғәте тауарҙарын һәм ағас һатыу тора.
Рәсәй Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, уҙған аҙнала Ҡытайға ауыл хужалығы малдары өсөн тәүге 3957 тонна мал аҙығы өҫтәмәһе оҙатылған.
Бынан тыш, Ҡытайға Мәләүез ҡоро һөтө, Күмертау һәм Шишмә үҫемлек майҙары һатыла.
Рәмилә Мусина фотоһы.