Дүртөйлө районы хакимиәтендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нең “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) милли проекты маҡсаттарына ярашлы үткәрелгән сираттағы ултырышында инновацион автойыуыу-робот асыу тураһындағы тәҡдим ҡаралды. Осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙың береһе үҙенең проекты менән таныштырҙы һәм яңы бизнес асыу өсөн мөлкәт ярҙамын һораны.
“Автойыуыу-робот автомобилдәрҙе контактһыҙ йыуыу системаһынан ғибәрәт. Процесс ябай: машина йыуырға инә, махсус механизмдар иһә автомобиль менән бәйләнешкә инмәйенсә үҙҙәре таҙарта”, - тип һөйләне идея авторы.
Проект “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә хуплау тапты. Тейешле протоколда теркәлгән, үтәү ваҡыты билдәләнгән аныҡ йөкләмәләр бирелде.
"Үҙ эшен асырға теләүселәр, әммә әлегә эште нимәнән башларға белмәгәндәрҙе Дүртөйлө районы хакимиәтендә ойошторолған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашырға саҡырабыҙ. Күберәк мәғлүмәт алыу һәм ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы 8(34787) 2-26-89, 2-19-48 телефондары буйынса алырға мөмкин. Шулай уҡ investrb.ru/ru/ сайты аша ҡатнашыуға ғариза ҡалдыра алаһығыҙ”, - тип билдәләнеләр Дүртөйлө районы хакимиәтендә.
Фото: Дүртөйлө районы хакимиәте.