Милли проекттар
22 Ғинуар 2025, 04:30

Косметика хәҙер тиҙерәк етештерелә

"Был тәжрибә өлгөһө предприятиеның башҡа етештереү участкаларында ла күрһәтелер тип ышанам".

Косметика хәҙер тиҙерәк етештереләКосметика хәҙер тиҙерәк етештерелә
Косметика хәҙер тиҙерәк етештерелә

“Фабрик продакшн” косметика компанияһы етәкселеге һаҡсыл етештереү алымдарын индереүҙең тәүге һөҙөмтәләре менән таныштырҙы: тоҙло скрабтар эшләү ваҡытын сәғәт ярымға ҡыҫҡартыу мөмкин булған, шулай уҡ һәр хеҙмәткәр продукцияны алты ай элеккегә ҡарағанда егерме процентҡа күберәк етештерә башлаған.

Бындай һөҙөмтәгә Башҡортостандың хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге Төбәк компетенциялар үҙәге белгестәре ярҙамында һәм республикала тормошҡа ашырылған “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектының (национальный проект «Эффективная и конкурентная экономика») “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” федераль проекты нигеҙендә өлгәшелгән.

– Эште яҡшыртыу маҡсатындағы проект скрабтар етештереү урынында тормошҡа ашырылды. Һөҙөмтәлә хеҙмәт ваҡытын ҡыҫҡартыуға, сифатты күтәреүгә өлгәшелде. Был тәжрибә өлгөһө предприятиеның башҡа етештереү участкаларында ла күрһәтелер тип ышанам, – тине республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

Компанияла косметика, ванна өсөн тоҙ, һабын һ.б. әҙерләү менән шөғөлләнәләр. Дөйөм ассортимент 300-ҙән ашыу иҫәпләнә, улар Рәсәйҙең 191 ҡалаһында күрһәтелгән. “Заман баҙары шарттарында хеҙмәт уңышы үҙгәрештәргә тиҙ ҡулайлашыуға, яңы технологиялар индереүгә бәйле. Төбәк компетенциялар үҙәге белгестәре менән эшләү беҙҙең етештереү процестарына яңы күҙлектән ҡарау мөмкинлеген бирҙе”, – ти “Фабрик продакшн” компанияһы директоры Юлия Волошановская.

Билдәле булыуынса, “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектының (национальный проект «Эффективная и конкурентная экономика») “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” федераль проекты предприятиеларға белгестәр ярҙамын (консультация һәм методик булышлыҡ, персоналды уҡытыу) күрһәтеү мөмкинлеген бирә. Федераль проектта ҡатнашыу мәсьәләләре буйынса Төбәк компетенциялар үҙәгенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Фото республика Хөкүмәте сайтынан алынды.

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас