Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Ғинуар 2025, 06:30

Башҡортостанда туризмды үҫтереүгә – 267 миллион һум

Башҡортостан Республикаһы туризмды үҫтереүгә бүленгән федераль аҡса суммаһы буйынса Рәсәйҙең тәүге биш субъекты иҫәбенә инде.

Башҡортостанда туризмды үҫтереүгә – 267 миллион һум
Башҡортостанда туризмды үҫтереүгә – 267 миллион һум

"Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ" яңы милли проектына (национальный проект "Туризм һәм гостеприимство") ярашлы 2025 йылға бүленгән аҡсаның дөйөм күләме 272 миллион 800 мең һум тәшкил итте, шуның 267 миллион 400 мең һумы – федераль, 5 миллион 400 мең һумы – республика ҡаҙнаһынан. Киләһе ике йылға ла ошондай уҡ финанслау планлаштырыла.

– Туризм өлкәһендәге милли проект инфраструктураны үҫтереүгә булышлыҡ итеп кенә ҡалмай, ә төбәктең мәҙәни һәм тарихи мираҫын, шулай уҡ этнографик һәм гастрономик үҙенсәлектәрен сағылдырған уникаль туристик маршруттар булдыра. Был, үҙ сиратында, республиканы туристар өсөн тағы ла ылыҡтырғысыраҡ итеп, халыҡ һәм бизнес өсөн яңы мөмкинлектәр тыуҙыра, туризмды үҫештерә, – тине Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.

Белешмә өсөн:

2022 – 2024 йылдарҙа Башҡортостанда "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы" милли проекты (нацпроект "Туризм и индустрия гостеприимства") тормошҡа ашырылды.

Ошо осорҙа мәктәп йәшендәге 50 352 бала өсөн туризмды ("мәктәп туризмы") популярлаштырыу һәм арзанайтыу саралар күрелде, дәүләт ярҙамы менән биш ваҡиға уҙғарылды (Өфө халыҡ-ара марафоны, "Салауат ере" фестивале, "Башҡорт аты" халыҡ-ара фестивале, Күсмә мәҙәниәттәр фестивале, "Терра-ҡыш" фестивале), ҡаланың туристик үҙәген проектлау буйынса ике проект тормошҡа ашырылды (Өфө ҡалаһы). Өфө, Бөрө ҡалаларында туристик инфраструктураны үҫтереү буйынса 179 инвестиция проектына грант ярҙамы күрһәтелде.

Автор: Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас