«Йәштәр һәм балалар» милли проектында (национальный проект «Молодежь и дети») билдәләнгән маҡсаттарға ярашлы, Өфө вуз-ара кампусы ҡарамағындағы Өфө дәүләт нефть техник университеты лабораторияһында ҡороған ағастарҙы билдәләү буйынса программа төҙөлдө, тип хәбәр иттеләр юғары уҡыу йортонан.
Был проект яһалма интеллект алымдарын ҡулланып, ҡороған ағастарҙы асыҡлауға йүнәлтелгән. Башланғыс төбәк дәүләт власы органдарына һәм экология, урман хужалығы өлкәһендә эшләүсе ойошмаларға урман биләмәләрендә ағастарҙың санитар торошона дистанцион мониторинг үткәрергә мөмкинлек бирә. Киптерелгән ағастарҙы табыу һәм уларҙың координаталарын билдәләү өсөн ғалимдар яһалма интеллекттың алдынғы технологияларын файҙалана. Система урман биләмәләрен ҡарауға тотонолған ваҡытты һәм ресурстарҙы ярайһы уҡ кәметергә мөмкинлек бирә.
«Ағастары ҡорой башлаған участкаларҙы билдәләү буйынса яһалма интеллект модуле» системаһын һынау ҡороған ағастарҙы таныуҙың теүәллеге 90 проценттан артыуын күрһәтте. Әлеге ваҡытта белгестәребеҙ технологияны яҡшыртыу өҫтөндә эшләүен дауам итә», - тип билдәләне Өфө дәүләт нефть техник университетының климат һәм углеродлы эҙ мониторингы лабораторияһы етәксеһе Руслан Шәғәлиев.
«Йәштәр һәм балалар» милли проекты таланттарҙы үҫтереү һәм йәштәрҙең үҙҙәрен күрһәтә алыуы өсөн мөмкинлектәр булдырыуға йүнәлтелгән. Милли проект үҙәгендә – мәктәптәр төҙөү һәм ремонтлау, педагогтарҙың квалификацияһын күтәреү, белем биреү өсөн яңы алымдар һәм уңайлы шарттар булдырыу. Милли проект шулай уҡ донъя кимәлендәге кампустар селтәрен үҫтереүҙе һәм «Өҫтөнлөк 2030» программаһы буйынса юғары уҡыу йорттарына булышлыҡ итеүҙе күҙ уңында тота. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: gtrk.tv