Милли проекттар
23 Ғинуар 2025, 03:15

Таҙа һыу эскәндәр арта

“Таҙа һыу” федераль проекты ярҙамында республика халҡының 90 проценттан ашыуы сифатлы эсәр һыу менән тәьмин ителгән. 

Таҙа һыу эскәндәр артаТаҙа һыу эскәндәр арта
Таҙа һыу эскәндәр арта

Башҡортостанда “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (2019-2024 йылдар) милли проектының “Таҙа һыу” федераль проектын тормошҡа ашыра башлағандан алып үҙәкләштерелгән һыу менән тәьмин итеү системаларынан сифатлы эсәр һыу менән тәьмин ителгән республика халҡының өлөшө 3,3 процентҡа артҡан һәм 90,9 процент тәшкил иткән. Төбәктә 25 эсәр һыу менән тәьмин итеү объекты төҙөлгән һәм сафҡа индерелгән. 174 меңдән ашыу кеше өсөн үҙәкләштерелгән һыу менән тәьмин итеү системаһынан эсәр һыуҙың сифаты яҡшырған.

“Таҙа һыу” федераль проекты буйынса йәлеп ителгән федераль аҡса күләме буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында - 1-се, Рәсәй Федерацияһында 8-се урынды биләй.

Бынан тыш, 2024 йылда коммуналь инфраструктураны яңыртыу төбәк программаһын тормошҡа ашырыуҙың беренсе этабы тамамланды. 21 объектҡа капиталь ремонт һәм реконструкциялау буйынса саралар үткәрелгән. 2025 йылдан эсәр һыу менән тәьмин итеү объекттарын төҙөү һәм йылылыҡ, һыу тәьминәте һәм һыу бүлеү системаларын капиталь ремонтлау буйынса саралар “Йәшәү өсөн инфраструктура” яңы милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

- Объекттар һәм инженер селтәрҙәре яңыртыуҙы талап итә, һәм беҙ, төрлө механизмдарҙы файҙаланып, федераль средстволарҙы йәлеп итеү буйынса әүҙем эшләйбеҙ. Инфраструктураның торошон аңлап, финанслау күләмен йылдан-йыл арттырырға тырышабыҙ. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағының тотороҡло эшләүе һәм төбәк халҡы өсөн уңайлы шарттар булдырыу өсөн кәрәкле барлыҡ саралар комплексын тормошҡа ашырыуҙы дауам итәсәк, – тип билдәләй Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова.

Фото: Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас