Милли проекттар
24 Ғинуар 2025, 06:30

Илдә 10-сы урынды биләйбеҙ

Республика халҡы дәүләт хеҙмәттәре порталында йышыраҡ балаларҙы һәм никахтарҙы теркәгән.

Илдә 10-сы урынды биләйбеҙИлдә 10-сы урынды биләйбеҙ
Илдә 10-сы урынды биләйбеҙ

Һуңғы дүрт йылда республикала дәүләт хеҙмәттәре порталы менән файҙаланыусылар һаны 30 процентҡа тиерлек артҡан, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Социаль әһәмиәтле хеҙмәттәрҙе электрон форматҡа күсереү “Мәғлүмәт иҡтисады” яңы милли проекттың төп бурыстарының береһе.

Дәүләт хеҙмәттәре алыу өсөн интернет ҡулланған граждандар һаны буйынса Башҡортостан Волга буйы округы төбәктәре араһында икенсе һәм илдә 10-сы урынды биләй.

Былтыр дәүләт хеҙмәттәре порталы аша 72 мең ғариза ҡабул ителгән. Балаларҙың тыуыуын һәм никахтарҙы теркәү, шулай уҡ урман декларацияларын һәм урмандарҙы файҙаланыу тураһында отчеттарҙы ҡабул итеү хеҙмәттәренә һорау күп булған.

– 2025 йылда тағы 25 хеҙмәтте электрон форматҡа күсерергә планлаштырабыҙ. Шулай уҡ мәғлүмәт алыу өсөн 168 сервис һәм мәғлүмәттәр менән алмашыу өсөн 27 төбәк эсендә адаптер ярҙамында ведомство-ара электрон эш итеүҙе яҡшырттыҡ, – тип билдәләне Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.

Һанлы үҫеш министрлығы төрлө категориялар буйынса мәғлүмәттәр менән республика халҡының берҙәм электрон реестрын булдырырға планлаштыра. Был дәүләт хеҙмәттәрен әүҙем режимда күрһәтергә мөмкинлек бирәсәк. Шулай уҡ хеҙмәттәр буйынса электрон форматта мөрәжәғәт иткән граждандар һанын 95,3 проценттан 97 процентҡа тиклем арттырыу бурысы тора.

Билдәле булыуынса, "Мәғлүмәт иҡтисады" (национальный проект “Экономика данных”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: gtrk.tv

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас