Яңы “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”), Бәләбәй үҙәк район дауаханаһы автопаркын "Лада Гранта Лифтбек" автомобиле тулыландырҙы.
Автомобиль кисектергеһеҙ һәм планлы саҡырыуҙарҙы хеҙмәтләндереү, медицина тикшереүҙәре өсөн биологик материалдарҙы һәм препараттарҙы ташыу өсөн тәғәйенләнгән. Рәсәйҙә етештерелгән автомобиль күп функциялы булыуы менән бик уңайлы. Багажнигында йыйылмалы носилканы урынлаштырырға мөмкин.
–Яңы машиналар медицина хеҙмәткәрҙәренә тәүге медицина ярҙамын ваҡытында күрһәтеү өсөн тиҙ барып етергә ярҙам итә. Улар беҙҙең эшебеҙҙе еңелләштерә, – ти Бәләбәй дауаханаһының баш табибы Рөстәм Ишмурзин.
Яңы “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты буйынса ярҙам сараларын тәү сиратта ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк. Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.