Республика онкология диспансерына, ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, 2024 йыл аҙағында эндоскопик визуализация системаһы алынды. Хәҙер был милли проектты “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) дауам итәсәк.
Эндоскопик визуализация системаһы – берҙәм эш комплексына берләштерелгән ҡорамалдар йыйылмаһы. Ул эндоскопик операциялар һәм тикшеренеүҙәр барышын контролләй, табиптарға эске ағзаларҙы хирургия әмәлиәттәренән тыш тикшереү мөмкинлеген бирә.
–Эндоскопик операцияларҙың өҫтөнлөгө ҙур. Йәрәхәттәр бәләкәй, өҙлөгөүҙәр хәүефе түбән, дауаханала ятыу һәм һауығыу срогы ҡыҫҡа, операциялар йөй ҡалдырмай, – ти диспансерҙың операция блогы мөдире Максим Вахитов.
Яңы проект “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм киң ҡоласлы элекке “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар дауам итәсәк.
Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Ул һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға – өс меңдән ашыу һаулыҡ һаҡлау объектын төҙөүгә, ете меңдән ашыуын ремонтлауға, 54 мең берәмектән ашыу ҡорамал һәм транспорт сараһы алыуға, перинаталь үҙәктәрҙе йыһазландырыуға йүнәлтеләсәк. Әсәлекте, репродуктив сәләмәтлекте һаҡлау һәм ауылдарҙа ғүмер оҙайлығын арттырыу буйынса комплекслы программа тормошҡа ашырыласаҡ һәм был проектты тормошҡа ашырыуға 2030 йылға тиклем бер триллион һум аҡса тотоноласаҡ.
Рәсәй Президенты Владимир Путин милли проекттарҙың үтәлешен “был бик ҙур һәм күләмле эш”, тип билдәләне. Әммә яңы пландарҙы тормошҡа ашырыуҙың тотҡарланмауын, бөтә сараларҙың финанс менән тәьмин ителеүен талап итте. Президент Владимир Путин белдереүенсә, ҡағыҙҙағы милли проекттарҙың “тормоштағы ысынбарлыҡтан” айырылмауы мөһим, сөнки эш һөҙөмтәһен граждандар баһалаясаҡ.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
.