Республикала яңы “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” (нацпроект "Продолжительная и активная жизнь") милли проектының старт алыуы тураһында һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдерҙе. Проект биш йыл дауамында дауам иткән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының дауамы буласаҡ.
Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Ул Рәсәйҙә һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға – өс меңдән ашыу һаулыҡ һаҡлау объектын төҙөүгә, ете меңдән ашыуын ремонтлауға, 54 мең берәмектән ашыу ҡорамал һәм транспорт сараһы алыуға, перинаталь үҙәктәрҙе йыһазландырыуға йүнәлтеләсәк. Әсәлекте, репродуктив сәләмәтлекте һаҡлау һәм ауылдарҙа ғүмер оҙайлығын арттырыу буйынса комплекслы программа тормошҡа ашырыласаҡ һәм был мөһим эшкә 2030 йылға тиклем бер триллион һум аҡса тотоноласаҡ.
Республикала төп баҫымды бәләкәй ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа медицина ярҙамын үҫтереүгә яһаясаҡтар. Быйыл 100 меңгә тиклем халыҡ йәшәгән тораҡтарҙа туғыҙ медицина объектына капиталь ремонт яһаласаҡ. Шулай уҡ ҙур булмаған 140 медицина учреждениеһы яңыртыласаҡ.
Медицина ойошмаларын техник йыһазландырыуға айырыуса ҙур иғтибар биреләсәк. Йыл дауамында тәүге звено өсөн 4,6 меңдән ашыу медицина ҡорамалы, 99 автотранспорт сараһы алынасаҡ.
Әсәлек һәм балалыҡты һаҡлау мөһим йүнәлештәрҙең береһе булып ҡаласаҡ. Перинаталь үҙәк һәм бала табыу йорттары заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ. Медицина реабилитацияһы үҫеш аласаҡ. Милли проект 12 йүнәлеште берләштерә, ул ҙур ҡоласлы проекттарҙың береһе.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.