Башҡортостан Республикаһының төрлө ауыл-ҡалаларындағы биш йәмәғәт биләмәһе “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект "Жилье и городская среда") буйынса былтыр бүленгән грант аҡсаһына күркәмләндереләсәк. Был хаҡта республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы хәбәр итә.
Бында уңайлы ҡала мөхитен булдырыу өсөн иң яҡшы проекттар буйынса туғыҙынсы Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе булған киңлектәр тураһында һүҙ бара. Улар иҫәбендә – Бәләбәйҙәге “Новаторҙар бульвары”, ул кеше тормошо һәм ҡаланың сәнәғәт тарихы метафораһына әүереләсәк.
Нефтекамала Ленин урамындағы аллея төҙөкләндерелә – был киңлек ҡала үҫеше менән бәйле бөтә темаларҙы берләштергән “ваҡыт күсәре” итеп күҙ алдына килтерелә.
Благовещен районының үҙәге булған Благовещен ҡалаһында “Воскресенск рәттәре” тип аталған уңайлы һәм заманса урам төҙөлә.
“Салауат: өн аралаш ете төш” проекты – төҙөкләндереү конкурсында дүртенсе еңеүсе. Ул Салауат ҡалаһының үҙәк йәмәғәт киңлектәрен бер системаға туплаясаҡ.
Бишенсе проект “Урал батыр юлы” тип атала һәм Учалы ҡалаһы паркында тормошҡа ашырыла. Унда ваҡиғалар зонаһын яңыртыу, спорт майҙансыҡтарын киңәйтеү, ә балалар өсөн уйын зонаһын эпос геройҙары образдары менән тулыландырыу планлаштырыла.
2019–2024 йылдарҙа Башҡортостан уңайлы ҡала мөхитен булдырыу проекттары буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыу өсөн 73 ғариза ебәргән. 34 проект еңеүгә өлгәшкән, дөйөм бюджет 5,2 миллиард һум тәшкил иткән. Еңгән проекттар һаны буйынса республика Татарстандан һәм Мәскәү өлкәһенән ҡала өсөнсө урынды биләй.
Мәғлүмәт, фото: https://house.bashkortostan.ru/presscenter/news/