Милли проекттар
30 Ғинуар 2025, 05:30

Ауыр саҡта терәк булды

Эшҡыуарҙар иҡтисади тотороҡһоҙлок шарттарында ла үҙ позицияларын һаҡлап ҡалды.

Ауыр саҡта терәк булдыАуыр саҡта терәк булды
Ауыр саҡта терәк булды

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы, республика йүнселдәре 2019 – 2024 йылдарҙа 4,7 миллиард һум күләмендә дәүләт ярҙамы алған. Сумманың 4,4 миллиард һумы – федераль бюджеттан, ҡалғаны – төбәк ҡаҙнаһынан.

Был аҡсалар төрлө программаларҙы тормошҡа ашырыуға, ошо иҫәптән ташламалы кредитлауға, субсидиялауға, шулай уҡ белешмә хеҙмәте күрһәтеүгә, белем биреү саралары уҙғарыуға йүнәлтелгән. 

– Милли проектты тормошҡа ашырыу эшҡыуарҙарға иҡтисади тотороҡһоҙлок шарттарында үҙ позицияларын һаҡлап ҡалыу ғына түгел, ә һалым керемдәрен арттырыу, үҫеш мөмкинлеге лә бирҙе. Был ҡулланылған сараларҙың һөҙөмтәлелеге, эшҡыуарлыҡ әүҙемлеген арттырыуҙағы әһәмиәте хаҡында һөйләй, – тип белдерҙе республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының берҙәм реестры мәғлүмәттәренә ярашлы, уҙған йыл аҙағында Башҡортостанда ошондай 141,8 мең субъект теркәлгән. Сағыштырыу өсөн, 2019 йылдағыға ҡарағанда 12 процентҡа күберәк. Республикабыҙ бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары иҫәбе буйынса Волга буйы федераль округында – икенсе, Рәсәй Федерацияһында унынсы урынды биләй. 

Махсус һалым режимын ҡулланған бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарынан, үҙмәшғүлдәрҙән былтыр Башҡортостандың тупланма бюджетына 22 миллиард һум йыйылған – 2019 йылдағы менән сағыштырғанда, 2,4 тапҡыр күберәк.

Был милли проектты тормошҡа ашырыу барышында 74,3 меңдән ашыу эшҡыуарға, үҙмәшғүлгә һәм шәхси бизнесын асырға йыйынған кешегә белешмә хеҙмәте күрһәтелгән. Алты йылда 820-нән ашыу сара уҙғарылған, шул иҫәптән 4,5 мең кеше 74 белем биреү, акселерация программалары менән танышҡан.

Билдәле булыуынса, хәҙер бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам саралары яңы булдырылған “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” (национальный проект "Эффективная и конкурентная экономика") милли проектына ярашлы дауам итә. Ул үҙ эсенә биш федераль башланғысты алған. Төп маҡсаттар – 2030 йылға инвестицияларҙы 60 процентҡа арттырыу, бәләкәй һәм урта бизнесҡа булышлыҡ итеү, түбән углеродлы үҫешкә күсеү, дәүләт статистикаһын, күҙаллау ҡеүәһен көсәйтеү.

Фото Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас