Милли проекттар
30 Ғинуар 2025, 04:30

Башҡортостан әҙер!

Башҡортостанда халыҡҡа уңайлы йәшәү шарттары булдырыу буйынса эш дауам ителә. 

Башҡортостан әҙер!Башҡортостан әҙер!
Башҡортостан әҙер!

Башҡортостан Республикаһында йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү йәһәтенән ағымдағы йылда эш дауам иттереләсәк. “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты сиктәрендә төбәктә 94 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндереләсәк, Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы ҡала мөхите булдырыу конкурсында еңеүсе проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу дауам итәсәк.

2025 йылдан “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ингән “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Уны тормошҡа ашырыу 2025-2030 йылдарға иҫәпләнгән. 2019 йылдан федераль проект ярҙамында Башҡортостанда 806 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән.

2025 йылдан Башҡортостан Республикаһында йылылыҡ, һыу менән тәьмин итеү һәм һыу бүлеү объекттарын төҙөү һәм капиталь ремонтлау буйынса саралар “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектының “Коммуналь инфраструктураны яңыртыу” федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыласаҡ. Ағымдағы йылға дөйөм финанслау күләме 1 миллиард 187 миллион һум тәшкил итә. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә 162 мең гражданға күрһәтелгән коммуналь хеҙмәтләндереүҙәр сифатын яҡшыртырға кәрәк.

“Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) төп маҡсаты - граждандарҙы яңы сифатлы торлаҡ, транспорт, социаль һәм коммуналь инфраструктура менән тәьмин итеү. Башҡортостан ҡуйылған бурыстарҙы тормошҡа ашырырға әҙер.

Фото: Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас