Милли проекттар
30 Ғинуар 2025, 02:00

Исмаилдарҙың шатлығын беҙ ҙә уртаҡлашабыҙ

Яңы табиплыҡ амбулаторияһы һигеҙ ауыл халҡын хеҙмәтләндерәсәк.

Исмаилдарҙың шатлығын беҙ ҙә  уртаҡлашабыҙИсмаилдарҙың шатлығын беҙ ҙә  уртаҡлашабыҙ
Исмаилдарҙың шатлығын беҙ ҙә уртаҡлашабыҙ

Дүртөйлө районының Исмаил ауылында, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, яңы модулле табиплыҡ амбулаторияһы асылды.

 Амбулатория заманса йыһаздар һәм медицина ҡорамалдары менән тәьмин ителгән. Пациенттарҙы ҡабул итеү, терапевт, педиатр кабинеттары, процедура, дарыуҙарҙы һаҡлау бүлмәләре, көндөҙгө стационар бар. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн пандус ҡуйылған. Элек амбулатория  1970 йылда төҙөлгән иҫке бинала урынлашҡан ине.

 Табиплыҡ амбулаторияһы һигеҙ ауыл халҡын хеҙмәтләндерәсәк. Тәүге медицина ярҙамын 2826 кеше аласаҡ.

 Яңы “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты ( нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.

Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Ул  Рәсәйҙә һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға – өс меңдән ашыу һаулыҡ һаҡлау объектын төҙөүгә, ете меңдән ашыуын ремонтлауға, 54 мең берәмектән ашыу ҡорамал һәм транспорт сараһы алыуға, перинаталь үҙәктәрҙе йыһазландырыуға йүнәлтеләсәк. Әсәлекте, репродуктив сәләмәтлекте һаҡлау һәм ауылдарҙа ғүмер оҙайлығын арттырыу буйынса комплекслы программа тормошҡа ашырыласаҡ һәм был мөһим эшкә 2030 йылға тиклем бер триллион һум аҡса тотоноласаҡ.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Исмаилдарҙың шатлығын беҙ ҙә  уртаҡлашабыҙ
Исмаилдарҙың шатлығын беҙ ҙә  уртаҡлашабыҙ
Исмаилдарҙың шатлығын беҙ ҙә  уртаҡлашабыҙ
Исмаилдарҙың шатлығын беҙ ҙә уртаҡлашабыҙ
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас