2019 – 2024 йылдарҙа Рәсәйҙә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” өҫтөнлөклө милли проекты (национальный проект "Международная кооперация и экспорт") тормошҡа ашырылды. Уның төп маҡсаттарының береһе агросәнәғәт комплексы продукцияларын экспортҡа ебәреү булды.
Ватан аҙыҡ-түлеген сит илдәр баҙарына тәҡдим итеү алдағы алты йылда ла дауам итәсәк.
“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты тормошҡа ашырылған осорҙа Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы етештереүселәре үҙ продукцияларын сит илдәргә ташыу күләмен финанс йәһәттән 2,8 тапҡырға арттырыуға өлгәште.
Республика донъяның 41 иленән партнерҙар менән әүҙем тышҡы иҡтисади эшмәкәрлекте дауам итә. Улар БДБ дәүләттәре (Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Азербайжан, Төркмәнстан, Белоруссия) генә түгел, ә Ҡытай, Һиндостан, Иран, Ираҡ, Алжир һәм башҡалар. Элекке кеүек үк, экспорт структураһында майлы продукциялар ташыу өҫтөнлөк итә (68 проценттан күберәк), унан аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте продукциялары килә (14 процент), иген культуралары ете процентты тәшкил итә.
Рәсәй Президенты Владимир Путин 2030 йылға экспорт күләмен 1,5 тапҡырға арттырыу бурысын ҡуйҙы. Маҡсатҡа өлгәшеү өсөн киләһе алты йылға стратегия әҙерләү эше бара, унда өҫтөнлөклө тауарҙар, хеҙмәттәшлек итәсәк илдәр, тейешле күрһәткескә өлгәшеү буйынса план билдәләнәсәк. Был документ менән 35-се халыҡ-ара “Агрокомплекс” күргәҙмәһендә таныштырыу планлаштырыла. Ҙур сара быйыл 18 – 21 мартта Өфөлә үтәсәк.
Әле республика төрлө илдәр менән сауҙа бәйләнешен әүҙем алып бара. Араларында Африка ла бар. Беҙҙән уларға ҡоро һөт ташыла. Республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, Африка илдәренә башҡорт шәкәрен, ашлыҡ, көнбағыш майы һәм башҡа продукцияларҙы тәҡдим итеү юлдары ла эҙләнә.
Фото Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.