Милли проекттар
31 Ғинуар 2025, 05:30

Беҙгә төбәк предприятиеларына ярҙам итеү мөһим

Республиканың сәнәғәт предприятиелары “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты сиктәрендә 1,8 миллиард һум аҡса йәлеп итте

Беҙгә төбәк предприятиеларына ярҙам итеү мөһимБеҙгә төбәк предприятиеларына ярҙам итеү мөһим
Беҙгә төбәк предприятиеларына ярҙам итеү мөһим

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты (национальный проект “Производительность труда”) сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының 12 сәнәғәт ойошмаһына “Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу” программаһы буйынса 60 айға 1 – 3 процент ставкалар буйынса федераль сәнәғәтте үҫтереү Фондынан 1 миллиард 873 миллион һум күләмендә ташламалы займдар бирелде.

– Беҙгә төбәк предприятиеларына ярҙам итеү мөһим, улар тотороҡло эшләй, ҡорамалдарҙы яңырта, тауар етештереү күләмен арттыра һәм, әлбиттә, яңы эш урындары булдыра алһын өсөн. Республика Рәсәй Федерацияһының сәнәғәтте үҫтереү фондында финанслауҙы йәлеп итеү буйынса алдынғылар рәтендә. 200 проект ташламалы займ алды ла инде. Был БР Сәнәғәтте үҫтереү фондының һөҙөмтәле эш алып барыуын һәм Башҡортостан етештереүселәрендә талап ителеүен күрһәтә, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев.

Алынған займдарҙы предприятие етештереү ҡорамалдарын һатып алыуға, интеллектуаль эшмәкәрлек һәм программа тәьминәте һөҙөмтәләренә хоҡуҡтарға, инжинирингҡа, етештереү технологияһын артабан яңыртыу һәм камиллаштырыу, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу өсөн сығым материалдарын һатып алыуға йүнәлтә.

Мәҫәлән, “Пакер” фәнни-производство фонды Башҡортостан республикаһының Сәнәғәтте үҫтереү фонды булышлығында “Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу” программаһы буйынса 264,7 миллион һум күләмендә льготалы займ алды.

Аҡса ғәмәлдәге машиналар эшләү производствоһын яңыртыуға йүнәлтелгән. Ҡорамалдар паркын яңыртыу һәм киңәйтеү иҫәбенә предприятиела скважина ҡорамалдары етештереү һөҙөмтәлелеге арта, был уның иҫкергәнлек хәүефен кәметеүгә һәм хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуға килтерә. 20 юғары етештереүсәнле эш урыны булдырыласаҡ, ә биш йыл эсендә һалым түләүҙәре 406 миллион һум тәшкил итәсәк.

Икенсе миҫал – “Яңы технологиялар” инженер-производство предприятиеһы 2023 йылда, Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәтте үҫтереү фонды булышлығында, “Етештереүҙе яңыртыу, һатыу күләмен арттырыу һәм хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу өсөн ҡорамалдар һатып алыу” инвестиция проектын тормошҡа ашырыу өсөн Федераль сәнәғәтте үҫтереү фондынан 230 миллион һумлыҡ ташламалы займ алды. Финанстар “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” программаһы буйынса биш йылға бирелә. Проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә 1,7 миллиард һумдан кәм булмаған тауар сығарыу һәм дүрт яңы юғары етештереүсәнле эш урыны булдырыу планлаштырыла, шул уҡ ваҡытта тормошҡа ашырылған проект буйынса һалым керемдәре күләме биш йыл эсендә 190 миллион һумдан кәм булмаҫҡа тейеш.

Башҡа предприятиелар ҙа әлеге ваҡытта хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу буйынса инвестиция проекттарын тормошҡа ашыра.

Белешмә:

2025 йылдан Рәсәйҙә “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” яңы милли проекты (национальный проекта “Эффективная и конкурентная экономика”) сиктәрендә  “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” федераль проекты эшләй башланы. Башҡортостан Республикаһында уны тормошҡа ашырыу менән Башҡортостан Республикаһының хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге Төбәк компетенциялар үҙәге шөғөлләнә. 2019-2024 йылдарҙа “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашҡан предприятиелар “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” федераль проектында ҡатнашыусы статусын ала һәм бөтә ярҙам сараларын (РЦК/ФЦК ярҙамынан тыш) алыуҙы дауам итә ала.

Рәсәй Президенты Владимир Путин инициативаһы менән ойошторолған Проект илдә хеҙмәт етештереүсәнлегенең тотороҡло үҫеше өсөн шарттар булдырырға тейеш.

РФ Хөкүмәте ҡуйған бурыстарҙы үтәү өсөн бизнесҡа дәүләт ярҙамы саралары комплексы әҙерләнгән, ул кадрҙарҙы комплекслы уҡытыуҙы, финанс дәртләндереүҙе, етештереү процестарын оптималләштереүҙә эксперт ярҙамын һәм башҡаларҙы үҙ эсенә ала.

Фото: pravitelstvorb.ru, npf-paker.ru.

Беҙгә төбәк предприятиеларына ярҙам итеү мөһим
Беҙгә төбәк предприятиеларына ярҙам итеү мөһим
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас