Милли проекттар
31 Ғинуар 2025, 03:30

Хәстәрлек – иң төп йүнәлеш

Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһы пациенттарҙың медицина ярҙамынан файҙалана алыуы өсөн шарттарҙы яҡшыртыуҙы, заманлаштырыуҙы һәм уңайлы итеүҙе дауам итә.

Хәстәрлек – иң төп йүнәлешХәстәрлек – иң төп йүнәлеш
Хәстәрлек – иң төп йүнәлеш

Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһы пациенттарҙың медицина ярҙамынан файҙалана алыуы өсөн шарттарҙы яҡшыртыуҙы, заманлаштырыуҙы һәм уңайлы итеүҙе дауам итә. Ошо сәбәпле, бында “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә алдынғы технологиялар һәм ҡорамалдар сафҡа индерелә. 2025 йылда мөһим яңыртыуҙар булды, улар ҙа медицина ярҙамы сифатын күпкә яҡшыртты. Офтальмология өлкәһендә тикшереүҙәр үткәреү өсөн универсаль операция өҫтәлдәре СОу633-МСК (МСК-633П) һатып алынды. Улар пациенттарға процедуралар ваҡытында уңайлы, медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн дә һөҙөмтәле эш өсөн яҡшы.

Хирургтар өсөн иһә  радиойышлығы 2,64 МГц булған “ELEPS ESG-200” электр хирургияһы һатып алынды. Заманлаштырыу операция блогы ғына түгел, стационарҙың яра бәйләү кабинеттарына, пациенттарҙы ҡабул итеү бүлексәһенә һәм өлкәндәр поликлиникаһына ла ҡағылды.

Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһы баш табибы Гөлназ Сабированың әйтеүенсә, пациенттар тураһында хәстәрлек – ул иң өҫтөнлөклө йүнәлеш.

Фото, сығанаҡ: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас