Милли проекттар
1 Февраль 2025, 03:30

Барыһы ла халыҡ һаулығы өсөн

Ҡырмыҫҡалы үҙәк район дауаханаһына ике электр хирургияһы аппараты килтерелде. Был хаҡта Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.

Барыһы ла халыҡ һаулығы өсөнБарыһы ла халыҡ һаулығы өсөн
Барыһы ла халыҡ һаулығы өсөн

Ҡырмыҫҡалы үҙәк район дауаханаһына ике электр хирургияһы аппараты килтерелде. Был хаҡта Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.

 “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) буйынса алынған ҡорамалдар Ҡырмыҫҡалы үҙәк район дауаханаһы 1-се поликлиникаһының хирургия кабинетына ҡуйылған.

Был ҡорамалдың төп үҙенсәлеге – юғары тиҙлектә һәм теүәллектә. Уның ярҙамында табип пациентты дауалағанда юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә ала. Бынан тыш, аппарат ҡан ағыуын тиҙерәк туҡтатыу өсөн яҡшы, был операциянан һуң ҡатмарлылыҡ осраҡтарын һиҙелерлек кәметә.

Дауахана хирургы Тимур Камаевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, яңы аппараттар эше һөҙөмтәһендә пациенттарҙың яралары тиҙерәк бөтәшә.

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының төп маҡсаты – граждандарҙың оҙон ғүмере күрһәткестәренә өлгәшеү. 2030 йылға ғүмер оҙайлылығын – 78, 2036 йылда 81 йәшкә тиклем арттырыу көтөлә. Милли проекттар ярҙамында медицина ойошмалары яңыртыла, реабилитациялау системаһы камиллаша, милли тикшеренеү үҙәктәре селтәре үҫешә, һаулыҡ һаҡлауҙы һанлаштырыу буйынса эш бара. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарарҙары буйынса тормошҡа ашырыла.

Сығанаҡ: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы; фото: “Вести Башкортостан” (скриншот).

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас