2025 йылда “Минең бизнесым” үҙәгенең Октябрьский ҡалаһындағы офисы төбәктең дүрт муниципалитеты стартаптары өсөн бер нисә уҡыу сараһы үткәрәсәк. Программа сиктәрендә бухгалтерҙар, юристар, уңышлы эшҡыуарҙар һәм дәүләт органдары вәкилдәре менән осрашыуҙар планлаштырылған. Эшҡыуарҙарға ярҙам “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика») буйынса тормошҡа ашырыла.
– Башҡортостандағы “Минең бизнесым” үҙәге эшҡыуарҙарға ярҙам итеү системаһының мөһим элементына әүерелде. Ул стартаптарға ла, ғәмәлдәге компанияларға ла йүнәлтелгән программаларҙың киң спектрын тәҡдим итә. Мәғлүмәт-консультация хеҙмәттәре, белем биреү саралары һәм эшлекле осрашыуҙар аша Үҙәк киң таралған хаталарҙан ҡотолорға ярҙам итә, эшҡыуарҙарҙы кәрәкле күнекмәләргә өйрәтә һәм дәүләт ярҙамы мөмкинлектәре тураһында көнүҙәк мәғлүмәт бирә, – тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.
Үҙәктең төп аспекты булып тәжрибәле белгестәр һәм консультанттар йәлеп итеү тора, был эшҡыуарҙарға практик белемгә һәм бизнесты үҫтереүҙә уңышлы тәжрибәгә эйә булыу мөмкинлеген бирә. Уҡыу саралары сиктәрендә саҡырылған спикерҙар бизнес өсөн ниша һайлау, бизнес-план әҙерләү, һалым һалыуҙың оптималь системаһын һайлау, финанс менән идара итеү һәм финанс белемен күтәреү тураһында мәғлүмәт менән уртаҡлашасаҡ. Улар шулай уҡ яңы эш башлаған эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙамы саралары тураһында һөйләйәсәк һәм һорауҙарға яуап бирәсәк.
Шулай уҡ 2025 йылда Октябрьский ҡалаһында “Минең бизнесым” үҙәгенең айырым бүлексәһе ҡатын-ҡыҙҙар эшҡыуарлығына ярҙам итеүгә һәм уны үҫтереүгә йүнәлтелгән бер нисә сара ойоштороу планлаштырыла. Ағымдағы йылдың ғинуарында Үҙәк майҙансығында “Заманса эшлекле стиль” темаһына оҫталыҡ дәресе һәм Октябрьский ҡалаһындағы “Бизнес ҡатын-ҡыҙҙары” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы филиалы вәкилдәре менән осрашыу уҙҙы.
– 2025 йылда Төбәк ҡатын-ҡыҙҙар бизнесы аҙналығын һәм ҡатын-ҡыҙҙар эшҡыуарлығы көнөн уҙғарыу планлаштырылған, улар ҡатнашыусыларға тәжрибә уртаҡлашыу, ярҙам формалары менән танышыу һәм үҙҙәренең эшлекле бәйләнештәрен киңәйтеү мөмкинлеген бирәсәк.
Былтыр беҙҙең офиста 50-гә яҡын сара уҙғарылды, уларҙа 400-ҙән ашыу эшҡыуар ҡатнашты, – тип хәбәр итте Октябрьский ҡалаһындағы “Минең бизнесым” үҙәге офисы етәксеһе Евгения Забелина.
Белешмә:
Октябрьский ҡалаһындағы “Минең бизнесым” үҙәгенең офисы 2021 йылдан эшләй һәм һәр форматтағы саралар өсөн кәрәкле бөтә нәмә менән йыһазландырылған.
Бинала эшҡыуарҙар һәм фрилансерҙар эше өсөн тәғәйенләнгән коворкинг зонаһы бар. Бүлексә Баҡса ҡулсаһы урамы, 71 адресы буйынса урынлашҡан. Тулыраҡ “Минең бизнесым” үҙәгенең “ҡыҙыу бәйләнеш”енә шылтыратып белә алаһығыҙ: +7 (347) 224-99-99 (720 өҫтәмә һандар). Офис етәксеһе – Евгения Забелина.
Фото: pravitelstvorb.ru.