Башҡортостанда 2024 йыл дауамында педиатрия буйынса лицензия алған медицина ойошмалары һаны тағы ла алтауға артты. Хәҙер уларҙың һаны 477-гә етте. Шуларҙың араһында Октябрьский ҡалаһында асылған яңы медицина үҙәге лә бар. Өс ай эсендә ул 270-тән ашыу кескәй пациентты ҡабул итте, 66-һы планда ҡаралған вакцинацияны үтте. Клиникала балаларҙы дүрт педиатр ҡабул итә, башҡа белгестәрҙән консультация алыу мөмкинлеге лә бар.
– Һаулыҡ һаҡлау министрлығы лицензия алыу процесын еңелләштереүгә ярҙам итә, ун көн эсендә медицина эшмәкәрлеген ойоштороуға лицензия алыу мөмкинлеге бар, – тине Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензиялар бүлеге начальнигы Эльвира Тәхәүетдинова.
Яңы “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты ( национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.
Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.