“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, Ҡыйғы үҙәк район дауаханаһына заманса, теүәллеге менән айырылып торған “МЕДИКС-РЦ-АМИКО” рентген диагностикаһы комплексы алынды.
Комплекс рентген диагностикаһының бөтә талаптарына яуап бирә һәм файҙаланыу уңайлылығын, алынған һүрәттәрҙең аныҡлығын тәьмин итә.Ул бик киң рентгенологик тикшеренеүҙәрҙе үткәреү өсөн тәғәйенләнгән, пациентты ятҡан, ултырған йәки баҫҡан килеш тә тикшереү мөмкинлегенә эйә.
–Милли проект район дауаханаларына сифатлы һәм заманса ҡорамалдар килеүен тәьмин итә. Табип-рентгенолог тарафынан эшләнгән һәр һүрәт төрлө сирҙәрҙе ваҡытында диагностикалауҙа ҙур роль уйнай. Тикшереү үтеү өсөн пациенттарҙың нисә йәштә булыуы, сәләмәтлек торошо ҡаршылыҡ түгел, бары радиация хәүефһеҙлеге талаптарын үтәү кәрәк, – тине дауахананың баш табибы Денис Шафиҡов.
Яңы “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.
Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.