”Мәҙәниәт” милли проекты (нацпроект “Культура”) илебеҙҙә 2019 йылдан тормошҡа ашырылды, уның бер йүнәлеше “Ижад кешеләре” федераль проекты (федеральный проект “Твоческие люди”) ине. Был программа аша тотош илдең мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Рәсәйҙең алдынғы юғары уҡыу йорттарында һөнәри квалификацияларын күтәрә алды. Бының өсөн мәҙәниәт өлкәһендә өҙлөкһөҙ белем биреү һәм ижади, идара итеүсе кадрҙарҙың квалификацияһын күтәреү үҙәктәре ойошторолдо. Улар Рәсәйҙең алдынғы мәҙәниәт һәм сәнғәт вуздары ҡарамағында эшләп килә. «Ижад кешеләре» проектында ҡатнашыусылар – китапханасылар, мәҙәниәт учреждениелары менеджерҙары, музей хеҙмәткәрҙәре һәм башҡалар.
Стәрлетамаҡ ҡалаһының үҙәкләштерелгән китапханалар системаһында эшләгән хеҙмәткәрҙәр ҙә 2020 йылдан алып был программала ҡатнашып килде.
Уҡытыуҙы тармаҡтың иң яҡшы белгестәре, күренекле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре алып бара. Уҡыуҙар барышында Стәрлетамаҡ ҡалаһының «Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы» муниципаль бюджет учреждениеһы китапханалары хеҙмәткәрҙәре (курстарҙы тыңлаусылар) дөйөм белем нигеҙҙәре генә алып ҡалмаған, ә аныҡ бурыстар менән бәйле көнүҙәк һорауҙарға ла яуап алған. Бөтә программалар ҙа ғәмәлдәге эшкә йүнәлтелгән, һәм уҡытыусылар лекцияларында китапханалар тормошонан миҫалдарҙа килтерә. Ғәмәли дәрестәрҙә курстарҙа ҡатнашыусылар уҡытыусы менән дә тығыҙ аралашҡан.
Мәғлүмәт, фото://vk.com/kulturarb