Милли проекттар
2 Февраль 2025, 14:30

Түрбейектә яңы клуб төҙөлдө

Дүртөйлө районы Түрбейек ауылында яңы ауыл мәҙәниәт йортон төҙөү эштәре тамамланды. Был заманса ауыл мәҙәниәт учреждениеһы асылыуҙы нисә йылдар көткән ауыл халҡына ҙур бүләк булды.

Түрбейектә яңы клуб төҙөлдөТүрбейектә яңы клуб төҙөлдө
Түрбейектә яңы клуб төҙөлдө

Дүртөйлө районы Түрбейек ауылында “Мәҙәниәт” милли проекты (нацпроек “Культура”) ярҙамында яңы ауыл мәҙәниәт йортон төҙөү эштәре тамамланды. Был заманса ауыл мәҙәниәт учреждениеһы асылыуҙы нисә йылдар көткән ауыл халҡына ҙур бүләк булды. Ә үҙешмәкәр артистар өсөн яңы клубта бар уңайлы шарттар ҙа булдырылған. Матур хәбәр менән БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте уртаҡлашты.

Мәҙәниәт йорто заманса яҡтыртыу һәм акустика системалары, компьютер, ноутбук, шулай уҡ йыһаз һәм бөтә кәрәкле инфраструктура менән йыһазландырылған. 100 урынлыҡ тамаша залындағы модулле конструкция уны тиҙ арала аныҡ сараға яраҡлаштырып үҙгәртергә мөмкинлек бирә. Шулай уҡ балалар түңәрәктәре өсөн заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған бүлмәләр булдырылды. Яңы клубта тәүге тантаналы саралар уҙғарылған да инде.

2025 йылдың 1 ғинуарынан 2025–2030 йылдарға иҫәпләнгән яңы милли проекттар башланды. «Мәҙәниәт» милли проектын «Ғаилә» милли проекты (нацпроект “Семья”) алмаштырҙы. Бында төрлө йәштәге кешеләрҙең әүҙем ялын һәм ижади үҫешен ойоштороу өсөн шарттар булдырыуға йүнәлтелгән “Ғаилә өсөн мәҙәниәт” (“Культура для семьи”) һәм “Ғаилә ҡиммәттәре” (“Семейные ценности”) федераль проекттары инде.

Мәғлүмәт, фото: БР мәҙәниә министрлығы.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас